Ҡояш һәм көнбағыштар. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Әрме


Көнгә бағыш көнбағыштар
Башын борған яҡтыға,
Улар шулай яралтылған-
Һиҙгер һәр бер сатҡыға.

Тик берәүһе - нишләп икән
Арт менән баҫып тора
Янъялсымы, фетнәсеме,
Тирҫ боролоп - ни ҡыра?!

Әй иҫәрҙәр, һеҙ бит ҡол, тип
Тәнҡитләй үҙе ҡорон,
Үҙ яйыбыҙға йәшәйек
Әйҙә, ҡор, былай борол!

Ни тип беҙ гел бер тарафҡа
Әйләнә лә торабыҙ?!
Шулай тиеште берәүҙәр:
"Яңы тормош ҡорабыҙ!"

Ҡояштан йөҙ сөйөрҙөләр:
"Боролһон үҙе беҙгә!"
Ҡояш ҡына һиҙмәне лә
Үҙ юлынан,ҡәҙимгесә,
Йөрөүен генә белә...


2017